top of page

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар!

Һеҙҙе үҙемдең шәхси сайтымда күреүемә бик шатмын. Һеҙҙең иғтибарығыҙға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәрес эшкәртмәләре, презентациялар тәҡдим итәм. Уларҙы рәхәтләнеп ҡулланығыҙ һәм үҙегеҙ ҙә башҡа уҡытыусылар мәнән тәжрибә уртаҡлашығыҙ.

Минең уйҙарым һәм тормош девизым:

Кеше таянысы булғанда ғына  бәхетле һәм уңышлы була ала. Минең өс таянысым бар: яратҡан һөнәрем, яратҡан уҡыусыларым һәм яратҡан ғаиләм.

Уҡытыусының йөрәгендә һәр ваҡыт мөхәббәт йәшәргә тейеш! Уҡытҡан балаларыңа ҡарата мөхәббәт, тормошҡа ҡарата мөхәббәт, профессияңа ҡарата мөхәббәт, уҡытҡан фәнеңә ҡарата мөхәббәт*.

 

*Человек может быть счастливым и  успешным, когда у него есть точка опоры. У меня их три: моя любимая профессия, мои любимые ученики, и, главный залог успеха, моя любимая семья, которая поддерживает меня всегда и везде.

Айгуль Самигуллина

АВТОРСКИЕ РАЗРАБОТКИ

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә электрон уҡытыуҙы ҡулланыу; бөгөнгө торошо, проблемаһы, перспективалары.

ИЗ ЖИЗНИ ШКОЛЫ

Тайнаш урта мәктәбе уҡыусылары «Урал батыр» эпосы буйынса республикала уҙғарылып килгән йәш сәсәндәр конкурсында  ҡатнашып ҡайттылар. Әлбиттә, конкурстың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ни өсөн тигәндә, уҡыусылар эпос нескәлектәренә төшөнөү менән бер рәттән, үҙҙәренә яңы танышлыҡтар булдыра, дуҫтар таба.

Шулай уҡ, уҡыусылар Мираҫ Иҙелбаев, Розалия Солтангәрәева, Әхмәт Сөләймәнов, Сәрүәр Сурина кеүек арҙаҡлы шәхестәр менән аралаша, Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәт һәйкәлдәре менән дә таныша.

МБОУ СОШ с. Тайняшево

МР Чекмагушевский район Республики Башкортостан

bottom of page